“Өфө” футбол клубы көйәрмәндәре һуңғы 10 йыл эсендәге иң яҡшы һөжүмсене билдәләне

Иң күп тауышты Сильвестер Игбун йыйҙы. Нигерия легионеры баш ҡала командаһы өсөн 119 уйында ҡатнашҡан- 27 туп индергән, 12 һөҙөмтәле пас биргән. Александр Зинченко менән Сергей Осадчук икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.