Бөгөн иртән федераль трассаларҙың айырым участкаларында ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршрут автобустары хәрәкәте сикләнгәйне. Бынан тыш, Өфөгә ингән дөйөм ҡулланыштағы урындарҙа ла йөк автомобилдәре өсөн юл ябылды.
Ашығыс рәүештә ҡабул ителгән тыйыуҙар хәүефһеҙлек талаптарын үтәү менән бәйле. Сөнки иртәнән республика төбәктәрендә епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелде. Әлеге минутҡа алынған мәғлүмәткә ярашлы, барлыҡ юлдарҙа ла автомобилдәр хәрәкәте штат режимында башҡарыла. Шуға ҡарамаҫтан инспекторҙар водителдәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа саҡыра.
Илдар Байбулатов.