2024 йылға республика тулыһынса көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға күсергә тейеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Хөкүмәт Президиумы ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Әле республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеп йыйыу  йыйыуға 30-лап муниципалитет - төбәк халҡының 40 проценты йәлеп ителгән.

Йыл аҙағына был күрһәткесте 70 процентҡа еткереү күҙаллана. Ауыл ерендә контейнер майҙансыҡтарына селтәрле контейнерҙар, ҡалаларҙа - ҡағыҙ, быяла, пластик һәм сорттарға бүленмәгән ҡалдыҡтар өсөн айырым бактар ҡуйыласаҡ. Эште яйға һылу өсөн күп ҡатлы йорттарҙа сүпүткәрәгестәрҙе  ябыу, киләсәкт яңы йорттар төҙөгәндә уларҙы бөтөнләй проектҡа индермәү ҡарала. 

Гөлдәриә Йосопова.