Рәсәйҙең иң көслө кешеһе бөгөн коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Эльбрус Ниғмәтуллин прививка донъяны ҡаҡшатҡан сирҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулдарҙың бере тип иҫәпләй. Республика предприятиеларында ла вакцинация дауам итә. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тотош цехтар менән процедураға  яҙылалар. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Ауыр машиналарҙы, хатта самолетты урынынан күсереп йөрөтә алған бәһлеүән күҙгә күренмәгән вирус алдында үҙенең көсһөҙлөгөн йәшермәй. Эльбрус Ниғмәтуллин ҡарлы иртәлә Өфөнөң 13-сө поликлиникаһына үҙ ваҡытына килеп етте. Прививка яһатыр алдынан терапевт  сәләмәтлек торошон тикшерә. Тән температураһы 37, йә унан юғары булһа, процедура эшләнмәй. Флакондағы препарат биш кешегә тәғәйенләнгән. Кәүҙәгә ҙур булһа ла, Эльбрус Ниғмәтуллинға ла башҡалар һымаҡ бер төрлө доза яһалды. Ғаиләһенән ул яңы төр прививканы  үҙендә тәүгеләрҙән булып һынап ҡарай.

Баш ҡаланың 13-сө поликлиникаһына ковидтан вакцина ғинуарҙа 1700 данала килгән. Күпме кеше процедураға ингәне федераль селтәргә сығыусы  видеокүҙәтеү камераһына теркәлеп бара.

Тимәк, вакцинаның иммунитет булдырыу өсөн мөһимлеген халыҡ аңлай. Бигерәк тә, эре предприятиеларҙа уны эш урынында уҡ яһау ойошторола.    

Был завод тирәләй коронавирусҡа бәйле төрлө мәғлүмәттәр йөрөнө. Предприятиенан белдереүҙәренсә, йоғошло сир  ике мең хеҙмәткәрҙә теркәлгән. Берекмәлә бөтәһе 22 мең кеше иҫәпләнә. Вакцинаны ойошмала әле ковид менән ауырымағандарҙың 60 процентына яһау ҡарала.

Вакцина ике этапта яһала. Заводта уны беренсе тапҡыр эшләткәндәр яҡшы үткәргән. 

Авиация двигателдәрен һынау бүлегендә эшләйем һәм йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Шуға прививканы мотлаҡ яһатырға кәрәк тип килдем.

Дамир Сәфиуллин, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәре

Прививканан һуң ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк. Өс көн ауыр физик эш эшләмәҫкә, вакцина урынын һыуламаҫҡа, алкогоь ҡулланмаҫҡа.

Рәмилә Исмәғилева.