Өфөнөң Никольский вокзал ғибәҙәтханаһында социаль хеҙмәтләндереү үҙәге асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй киңлегендәге тәүге үҙенсәлекле социаль проект «Изгелек парикмахеры» тигән девиз менән эшләй. Ауыр тормош хәленә эләгеүселәргә матурлыҡ өлөшеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Проект авторы Татьяна Овсянникова ун йәшенән парикмахер буласаҡмын тигән ҡарарға килә. Ата-әсәһе: «Килемлерәк һөнәр һайла», тип кәңәш бирә, әммә Татьяна кешеләргә матур прическалар яһау ғүмерлек һөнәрем буласаҡ, тип ҡырт киҫә. Ярайһы тәжрибә туплап, һөнәри үҫештең юғары нөктәһенә еткәс, социаль әһәмиәтле проектта ҡатнашып, башҡала хакимәте грантына эйә була.

Татьяна Овсянникова, «Изгелек парикмахеры» социаль проекты етәксеһе

Грант аҡсаларына бинаны әҙерләнек, иҙәндәрҙе алыштырҙыҡ, стеналарҙы бер төҫлөгә әйләндерҙек, яҡтыртыу ҡорамалдары,сәс йыуыу ҡулайламаһы, өс эш урыны, көҙгөләр һәм бактерцид лампа урынлаштырҙыҡ. Йортһоҙ урамда ҡалған кешеләргә матурлыҡ өләшеп, яҡшы тормошҡа өмөт уятырға теләйбеҙ.

«Изгелек парикмахеры» социаль проекты сиктәрендә ирекмәндәр парикмахер һөнәренә бушлай уҡытыла. Ай дауамында 20 ирекмән һөнәрле буласаҡ. Сәс ҡырҡыу көн һайын башҡарыласаҡ. Был һөнөргә ғибәҙәтханала йәшәгән Маркел Хөсәйенов та ҙур теләк менән өйрәнгән.

Сәс ҡырҡтырырға килеүселәр уларҙы хеҙмәтләндерергә башҡаланан билдәле стилист килер тип башына ла индермәгән. «Изгелек парикмахеры» проектына ҡушылыусылар уларҙың башланғысы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә хуплау табыр тип өмөтәләнә.

Беҙ үҙебеҙҙән һуң бик күп изгелектәр ҡылып китергә тейешбеҙ. Дуҫым Татьянаның тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булдым.

Джон, стилист, Мәскәү

Тормош һәм яҙмыш тәрән бураҙналар һалған йонсоу йөҙлө клиенттар сәстәрендә парикмахерҙарҙың тилбер ҡулдары эшләгән прическаларҙы күргәс,  балҡып китә. Уҡытыу үҙәгендә шулай уҡ  үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән һәм социаль хәүеф төркөмәндәге әсәләр ҙә парикмахер һөнәре нескәлектәренә өйрәнә ала. 

Гүзәл Борханова.