“Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре республика телевизион конкурсына заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Һайлап алыу туры онлайн форматта уҙғарыла. Хореографик композицияны видеоға төшөрөп, 12 февралгә тиклем ойоштороусыларҙың электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Бәйгелә 2 йәш категорияһы ҡаралған. 16-нан 35 йәшкә тиклем һәм 36-нан өлкәнерәктәрҙән соло, дуэт, трио һәм ансамблдәр бейеүе ҡабул ителә.