Австрияның Инсбрук ҡалаһында үткән донъя кубогынан сираттағы миҙал

Башҡортостан спортсыһы Ростислав Гайтюкевич бобслей буйынса бәйгелә бронза миҙал яуланы. Германия һәм Латвия спортсыларынан ҡалышып ул Михаил Мордасов менән бергә өсөнсө урынға сыҡты.