Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ”Газпром” предприятиеһының республика ойошмалары менән хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышы уҙғарҙы. Ултырышта киләсәккә мөһим йүнәлештәр билдәләнде. Тәүгеһе ҡулланыусыларҙы зәңгәр яғыулыҡ менән тоҡарлыҡтарһыҙ тәьмин итеү, газ транспорты системаһының сифатлы һәм хәүефһеҙ тәьминәтен булдырыу. Икенсеһе – республика ауылдарына газ үткәреү. Артабан льготалы категориялы граждандарға ҡарата республика программа үтәлеше һорауы ҡаралды. “Газпром Нефтехим Салауат ”ойошмаһы нигеҙендә ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Шулай уҡ фән, машина төҙөү, газ транспорты өлкәләрен үҫтереү маҡсаттары билдәләнде.