Радий Хәбиров "Ауыл сәғәтен" уҙғарҙы

Башҡортостанда 2026 йылға тиклем ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы әҙерләнде.

Документҡа ярашлы, был йүнәлештә эшләүсе бөтә предприятие-ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға дәүләтттән субсидиялар бирелә. "Ауыл сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелеүенсә, Башҡортостан Волга буйы округында ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса алдынғылар рәтендә булырға тейеш, был маҡсатта эшкәртеү күләмен ике тапҡырға арттырып,  200 миллиард һумға еткереү бурысы ҡуйыла.