Өфөлә таҙартылмаған ҡыйыҡтарҙан кешеләр өҫтөнә ҡар ишелеп төшөү осраҡтары бар

Уҙған көн 3 кеше,  шул иҫәптән бер бала зыян күргән. Бындай хәлдәр Калинин һәм Орджоникидзе райондарында булған. Зыян күреүселәргә дауаханала ярҙам күрһәтелгән, ауыр йәрәхәттәр булмаған,  тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан.