Башҡортостанда 1922 йылғы аслыҡ тураһында тарихи фильм буласаҡ

“Хәйбулла” тип аталған кинокартина Нуриман, Белорет һәм Иглин райондарында төшөрөлә. Хәйбулла ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарам тип,  тамағын туйҙырыу өсөн барыһына ла әҙер булған күрше ауылға юғалған атын эҙләргә бара. Төп роль – Хәйбулланы блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев башҡара.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фильмдың режиссеры - Рөстәм Шәйхетдинов. Быға тиклем ул аслыҡ йылдары тураһында документаль фильм төшөргән. “Хәйбулла” кинокартинаһы ла шунда тупланған материалға нигеҙләнгән. Фильмдың бюджеты 1 миллион һум самаһы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Хәйбулла” фильмы Баймаҡ районында булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Кинокартинаны киләһе йыл башында күрһәтергә ниәтләйҙәр.