Дыуан районының Метели ауылында йәшәгән Голосовтарҙың хужалығында һыйырҙың өс игеҙ быҙауы тыуған.
Анастасия һәм Иван Голосовтар һыйырҙары бер юлы өс быҙау килтерер тип башына ла килтермәгән. Тәүҙә ике ҡара-сыбар инә быҙау тыуған, ә өсөнсөһө - үгеҙ быҙау хәлһеҙ генә булған. Хужалар уны тиҙ генә өйгә йылыға алып инеп аяҡҡа баҫтырған. Әйткәндәй, был ғаилә ауылға биш йыл элек ҡаланан күсеп килгән, улар фермер хужалығы асырға ниәтләй. Май бешеү ҡоролмаһы һатып алыу теләге лә бар. Әле Голосовтарҙың ҡураһында дүрт һыйыр иҫәпләнә, хужалар әйтеүенсә, өс игеҙ быҙау тыуыуы һирәк һәм үҙенсәлекле осраҡ, был күренеште улар уңышҡа ишара тип ҡабул итә.