Радий Хәбиров “БР үҫеш корпорацияһы” йәмғиәтенең эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ултырыш уҙғарҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан республикаһының үҫеш корпорацияһы” йәмғиәтенең эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ултырыш уҙғарҙы. Йәмғиәт төбәктәге инвестиция сәйәсәтен үҫтереү маҡсатында 2010 йылда булдырылған. Инвестиция проекттарын төҙөүҙән алып тормошҡа ашырылыуға тиклем булышлыҡ итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Радий Хәбиров белдереүенсә, корпорация төбәкте үҫтереүҙә, инвестиция шарттарын яҡшыртыуҙа мөһим инструменттарҙың береһе. 2021 йылға “Башҡортостан республикаһының үҫеш корпорацияһы” йәмғиәте 20 миллиард һумдан да кәм булмаған инвестициялар йәлеп итеү, 40 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планы ҡуйған.