Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был республикаға килгән иң ҙур партия. Барлығы 38 меңдән ашыу доза вакцина ҡайтарылған. Аҙна аҙағына тиклем 14 мең даналыҡ тағы бер партия көтөлә. Прививка тәү сиратта медицина, белем биреү, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә, хроник сирлеләргә һәм хәүеф аҫтынағы кешеләргә эшләнә. Вакцина яһатыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, “К врачу” ҡушымтаһы, коронавирусҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә заявка ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ 13-01 һанлы дөйөм шылтыратыу үҙәге аша яҙылырға була.