Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 2021 йылда аҡса йүнәлтелә

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 2021 йылда 38 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ул аҙ мобиль граждандарға махсус ҡорамалдар һәм йыһаздар алыу, уларҙың физик һәм мәғлүмәти тәьмин ителешен булдырыу, “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы үтәлешенә йүнәлтелә.