Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы 2021 йылға юғары маҡсаттар ҡуя

Your browser doesn't support HTML5 video.

Амбициялы ниәттәр. Төбәккә 20 миллиард һумдан ашыуға 40 инвестиция проекты йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Был бурыстар тормошҡа ашырырлыҡ, тине төбәк етәксеһе.

Үҫеш корпорацияһында Наил Ғәббәсов етәкселегендәге йәш һәм көслө команда эшләй. Тап улар Ҡырым республикаһындағы үҫеш корпорацияһын илдең иң алдынғылар рәтенә сығарҙы. Әле улар Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе һәм «Уфимский» индустриаль паркы менән шөғөлләнә.

Әлегә алға иҡтисади биләмәһендә 6 резидент теркәлгән. Яҡын арала тағы өс предприятие инәсәк. Йыл аҙағына тиклем инде тағы ла ете резидент барлыҡҡа килер тип өмөтләнәбеҙ. Ошо рәүешле биләмәне етмеш процентҡа тулыландырырға иҫәп тотабыҙ. Ә Уфимский паркы әле үк 90 процентҡа тулы. Унда инде күләмле төҙөлөштәр бара.

Шамил Ғәббәсов, «Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы» йәмғиәте генераль директоры

Радий Хәбиров әйтеүенсә, илдең иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың был өлкәләге эш тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе төбәктең үҫеш институты, индустриаль парктар, иҡтисади зоналар булдырыу стратегияһын тағы ла әүҙемләштереү бурысы ҡуя. «Алға» биләмәһен киңәйтеү тураһында ла ниәттәр бар. Сөнки ташламалы шарттарҙа эшләргә теләүсе эшҡыуарҙар бик күп.

Айнур Кәбиров.