Башҡортостанда ике йыл эсендә 9 айти клуб асыу ҡаралған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Заманса мәғариф үҙәктәренең тәүгеһе баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге 162-се смарт мәктәптә эшләй башлаған да инде. Балалар бында компьютер программалары әҙерләргә өйрәнә. Бөгөн үҙәктең эшмәкәрлеге менән Республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров ошонда уҡ быйыл ғына ишектәрен асҡан яңы полилингваль балалар баҡсаһында ла булды.

Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Мәктәпкә лә бармаған кескәйҙәрҙең һорауҙарға бер ҡатмарлыҡһыҙ өс телдә лә яуап биреүенә ғәжәпләнерлек. Ә балалар баҡсаһы асылыуға әле бер ай ҙа тулмаған. Әммә педагогтар әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә мөғжизә юҡ. Был йәштә баланың мейеһе мәғлүмәтте  һеңдереп кенә бара, бары тик аңлайышлы формала биреү мотлаҡ. Мәҫәлән, уйындар, әкиәт геройҙары аша.  

Әлбиттә, өс телле мәктәпкәсә учреждениелар өсөн әҙер генә методик ҡулланмалар юҡ, сөнки полилингваль система республикала яңы ғына индерелә. Шуға күрә балалар баҡсаһы уҡытыу алымдарын үҙ көсө менән әҙерләгән. Объекттың заманса технологиялар менән йыһазландырылыуы ла булышлыҡ итә. һәр бер уйынсыҡ сағыу, хәүефһеҙ генә түгел, баланың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән.

Балалар баҡсаһы 180 урынға иҫәпләнгән. 3 мең квадрат метрға яҡын майҙанды биләгән объект йыл ярым эсендә генә сафҡа индерелгән.

Радий Хәбиров белдереүенсә, һуңғы осорҙа файҙаланыуға тапшырылған мәктәпкәсә учреждениеларҙың барыһы ла иң юғары талаптарға яуап бирә, уларҙың барыһында ла кескәйҙәр һәр яҡлап та үҫешһен өсөн тулы шарттар булдырылған.  

Полилингваль балалар баҡсаһының сығарылыш уҡыусыларын  киләсәктә полилингваль мәктәп тә көтә. Белем усағы былтыр 1 сентябрҙә ишектәрен асты. Әле бында компьютер программаларын әҙерләргә өйрәтеү буйынса айти үҙәк асылған. Үҙәк 6 йүнәлеш буйынса эшләй, бында системалы администратор эшенән башлап ҡатмарлы программалар төҙөүгә тиклем өйрәнергә мөмкин. Проекты тормошҡа ашырыуға 13 миллион һум тирәһе аҡса тотонолған. Айти үҙәктә һәр береһенең мөмкинлегенә, кимәленә ҡарап йүнәлештәр, программалар тәҡдим ителә.

Киләһе ике йылда Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тиҫтәгә яҡын айти-үҙәк асыу ҡаралған. Быйыл улар Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Кумертау, Белорет ҡалаларында һәм республиканың төнъяҡ-көнсығыш зонаһында сафҡа индереләсәк.

Рәмзиә Кәримова.