Стәрлетамаҡ районы Отрадовка ҡасабаһында яңы төҙөлгән балалар баҡсаһы аҫтындағы ер тирәләй бәхәс сыҡҡан. Район хакимиәтенән тыш мөлкәт хоҡуҡтарын урындағы тоҡомсолоҡ предприятиеһы белдергән. Яҡтар судта дәғүәләшкән арала мәктәпкәсә учреждение бикле тора, ата-әсәләр иһә балаларын баҡсаға йөрөтә алмай интегә. Ер мәсьәләһенә БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙлеге аша ҡараш.
Балалар баҡсаһы төҙөлөшө республиканың 100 йыллығы уңайынан башҡарыла.Әммә рәсми рәүештә сафҡа ингәндән һуң ике ай ҙа эшләп өлгөрмәй ябыла. Башта коронавирус пандемияһы тотҡарлай.Изоляция тәртибе тамамланыуға ер милекселәре араһында тартҡылаш башлана.
Һөҙөмтәлә эшләп торған балалар баҡсаһы ишегенә амбар йоҙағы эленә. Ата-әсәләргә ҡалалағы мәктәпкәсә учреждениеларҙа урын эҙләргә, йә булмаһа өйҙә ултырыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Мәсьәлә балалар баҡсаһы аҫтындағы ергә бәйле булып сыға. Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән тыш ҡала ситендәге майҙандарға тоҡомсолоҡ хужалығы дәғүә итә. Коронавирус пандемияһы сәбәпле арбитраж судта ҡаралған бәхәс оҙаҡҡа һуҙыла. Ололарҙың мәнфәғәттәре бәрелешкәндә балаларҙың хоҡуҡтары боҙолоуы аяныслы күренеш ти урындағы халыҡ. Район хакимиәтендә эш судта ҡарала тиеүҙән башҡа аңлатма юҡ.
Арбитраж судтың сираттағы ултырышы 25 февралгә тәғәйенләнгән. Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә уның һөҙөмтәһендә оҙайлы бәхәскә нөктә ҡуйылыр һәм асылған баҡса йәнә эшләй башлар тигән өмөт бар.
Рафиҡ Әхмәтшин.