«Мәлдең ҡәҙерен бел». Өфөлө онкология сирлеләргә фотосессия ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарға үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән: макияж эшләгән, заманса образ һынландырырға ярҙам иткән. Бындай иғтибарҙан һуң матурлыҡҡа ынтылыусылар үҙҙәрен профессиональ модель кеүек хис итте.

Проект егерменән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә, улар дауаланыу курстарынан һуң үҙҙәрен яҡшы тоя һәм яман шеште тулыһынса еңеүгә ышаныстары ла көслө. Был фотоһүрәттәрҙән 20 февралдә Өфөнөң үҙәк китапханаһында күргәҙмә ойоштороласаҡ.

Гүзәл Борханова.