Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур асыш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡан тамырҙарын 300 тапҡыр ҙурайтып күрһәтә торған микроскоп барлыҡҡа килгән. Уның хаҡы 36 миллион һум. Табиптар яңы микроскоп ярҙамында айына 20-нән ашыу операция эшләргә ниәтләй. Заманса микроскоп башлыса бөйөр терапияһында ҡулланыласаҡ.

Былтыр декабрҙә ҡайтарылған микроскоп ярҙамында ундан ашыу операция яһалған да инде.

Гүзәл Борханова.