Башҡортостанда шәхси балалар баҡсалары өсөн бюджеттан ярҙам алыу мөмкинлеге бар

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, субсидия йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн өҫтәмә урындар булдырыу шарты менән бирелә. Конкурста ҡатнашыусылар 7 күрһәткес буйынса баһалана - ата-әсәләрҙән түләү суммаһын арттырмау, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү талаптары ҡуйыла, яңы урындар һаны иҫәпкә алына.