Башҡортостан “Стимул” федераль программаһы буйынса аҡса ала

Рәсәй Хөкүмәте иң ҙур социаль обьекттар төҙөлөшө исемлеген раҫланы. Субсидиялар Краснодар, Пермь крайҙары, Воронеж өлкәһе һәм Башҡортостанға йүнәлтелә. Алдағы өс йылда был төбәктәргә 8 миллиард һум аҡса бүленә. Үҙәк ҡаҙна ярҙамы социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға тотонола. “Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” йүнәлешенә инә.