Башҡортостанда индустриаль парктар үҫеше стратегияһы булдырыла

Республика башлығы Радий Хәбиров уны бер ай эсендә әҙерләп "Инвестиция сәғәте" кәңәшмәһендә ҡарарға ҡушты. Тиҙҙән Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығында кәңәшмә була, унда төбәктәрҙә үҫеш институттары тәжрибәһе ҡарала, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште көсәйтергә  кәрәк.