Башҡортостандан Әлиә Мөхәмәтйәнова дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал яуланы

Геннадий Михеев иҫтәлегенә турнир Красноярскиҙа уҙҙы. Өфө спортсыһы 48 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә еңеүсе булды. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса призлы урын алыусылар Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла.