Бәләбәй-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 132-се километрында өс автомобиль бәрелешкән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы биргән мәғлүмәт буйынса, «Хендай Солярис» дистанцияны боҙоп «Лада Гранта»ға төкөй.
Һөҙөмтәлә ул ҡаршы һыҙатҡа барып сығып «Деу Матиз» менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһында бәләкәй литражлы автомобилдә 25 йәшлек ҡатын һәләк була, уның өс һәм алты йәшлек ике балаһы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Табиптар билдәләүенсә, кескәйҙәрҙең ғүмеренә хәүеф янамай.