2018 йылдан алып эшләп килгән «Нуриман» кооперативы Ауыл хужалығы министрлығынан 3 миллион һумлыҡ грант ота. Аҡсалата ярҙамға яңы ҡоролмалар, продукцияны кибеттәргә ташыусы автомобиль һатып алына. 300 гектар биләмәлә салат үләненең 13 төрө үҫтерелә, уңыш күләме 2 мең тонна тәшкил итә. Шуға күрә завод төҙөү көнүҙәк мәсьәлә, тип белдерә Нуриман кооперативы етәкселеге.
Әле хужалыҡ яңы сәсеү миҙгеленә әҙерләнә. Хеҙмәткәрҙәр техникаларҙы рәтләй, йәшелсәләрҙе һаҡлау складтары тәртипкә килтерелә. Әйткәндәй, хужалыҡ ҡалдыҡһыҙ етештереү тәжрибәһен уңышлы ҡуллана.
Республикала барлығы 260 ауыл кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ы «килем килтереүсе проекттар» республика программаһы сиктәрендә асылған. Башланғыстарға ярҙам итеү маҡсатында ике йыл эсендә төбәк бюджетынан 600 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Әлфинә Килдейәрова.