Ошо йәһәттән Башҡортостанда төҙөкләндерелгән амбулатор онкология үҙәге асылды. Коммунарҙар урамында урынлашҡан учреждениела тәжрибәле онкологтар пациенттарҙың сәләмәтлеген тикшерәсәк. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Онкология бүлегендә 45 йыл дауамында шәфҡәт туташы булып эшләгән Мөнәфирә Сәфиуллинаға яман шеш менән ауырыған меңәрләгән пациент менән эшләргә тура килә. Тәжрибәле белгес әйтеүенсә, был диагнозды күп осраҡта дауаларға мөмкин. бының өсөн тәү сиратта сәләмәтлегеңдә шик тыуғанда оҙаҡҡа һуҙмай тикшереү үтергә кәрәк. Өфөлә төҙөкләндерелгән поликлиникала тап иртә диагностика өсөн бөтә шарттар булдырыла.
Амбулатор үҙәктә пациенттарҙы онкологтарҙан тыш гастроэнторолог, проктолог, уролог кеүек белгестәр ҡабул итә. Шулай уҡ яман шеште асыҡлау өсөн компьютер томографияһын, УЗИ, маммография үтеү, биопсия һәм башҡа анализдарҙы тапшырырға мөмкин. Иртә диагностика үтеп, организм тикшерелгәс табиптар пациентты дауалай башлай. Ҡатмарлы осраҡта ауырыусыларға 32-се онкология поликлиникаһына юллама бирелә.
Коммунарҙар урамындағы яңы онкология үҙәге торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Быға тиклем иҫке бина травматология бүлеге булараҡ эшләгән. Төҙөкләндерелгән корпуста медицина ярҙамын өсөн теркәү урыны буйынса поликлиниканан юллама алырға кәрәк. Онко-үҙәктә тикшереүҙәр бушлай башҡарыла.
Баш ҡаланан башҡа амбулатор онкология үҙәге Салауат ҡалаһында ла асылды. Был учреждениела Өфө тәжрибәһе буйынса медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Былтыр Башҡортостанда онкология ауырыуҙары менән көрәш буйынса федераль программалар нигеҙендә дауаханаларҙың матди-техник базаһын яңыртыу өсөн 134 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Флорида Ким.