Башҡортостан ауылдарында фельдшер- акушерлыҡ пункттары төҙөү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

90 яңы медицина учреждениеһы быйыл уҡ сафҡа инергә тейеш. Был турала «Сәләмәтлек» сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Инцидент-менеджмент ситемаһы мәғлүмәттәре буйынса һаулыҡ һаҡлау халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр араһында дүртенсе урынды биләй.

Кешеләрҙе коронавирусҡа ҡаршы вакциналау, дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре борсой. Бөрө халҡы бала табыу йортон төҙөкләндереүҙе һорай. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы дауахана 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әлегә эшләп торған дауахананы төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу мөһим.

На это всегда можно деньги найти, простыни можно купить нормальные, туалеты можно отремонтировать, стены покрасить, полы подправить и так далее.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Рафиҡ Әхмәтшин.