«Уфимский»ҙа яңы резиденттар...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһе янында урынлашҡан индустриаль парктың производство комплекстары төҙөлөп бөтмәҫтән инвесторҙар йәлеп итә. Әле унда ике предприятие эшләргә теләк белдергән. Тағы ла бер нисә ойошма менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ул арала комплекстарҙа эштәр тамамланыуға яҡынлаша. Тәүге предприятиеларҙы бында июлдә индереү күҙаллана. Төҙөлөш эштәре тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Күптән түгел генә «Уфимский» индустриаль паркының был ерҙәрендә төҙөлөшкә ишара ла юҡ ине. Әле производство комплекстарының нисек буласағын төҫмөрләргә мөмкин. Сөнки төп конструкциялар ҡоролған. Хәҙер көпләү, биҙәү һәм йыһазландырыу ғына ҡала. Шулай ҙа эштәр байтаҡ. Әленән үк резиденттарҙың барлыҡҡа килеүе лә төҙөлөштө тиҙләтергә мәжбүр итә.

Производство комплексы майҙандары егерме мең квадрат метрҙан ашып китә. Бында эш алып барыу өсөн бар уңайлыҡтар ҙа ҡаралған. Тауарҙы һаҡлау, тейәү мөмкинлектәре, инженер коммуникациялары, логистика уңайлыҡтары һәм башҡалар. Шунда уҡ административ бина ла урынлашҡан. Тап ошо шарттар предприятиеларҙы йәлеп итә лә инде.

Индустриаль паркта эшләргә теләүсе предприятиелар байтаҡ ташламаларға дәғүә итә. Резиденттарға теркәү эше менән оҙаҡ йөрөргә тура килмәйәсәк. Шунда уҡ эш башлау мөмкинлеге бирелә. Икенсенән, хеҙмәтләндереү сервисын да үҫеш корпорацияһы үҙ өҫтөнә ала. Мөлкәт һалымынан да азат итеү ҡаралған.

Айур Кәбиров.