«Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер» йылы сиктәрендә уҙған сараны Түбә ауылында йәшәүселәр ойошторҙо. Унда 20-нән ашыу балыҡсы балыҡ ҡармаҡлау оҫталығы буйынса көс һынашты.
Сәлихйән Исламов малай сағынан балыҡ тоторға әүәҫ була, әле һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуыуына ҡарамаҫтан, был шөғөлөн ташламай.Балыҡ тотоуҙың бар нескәлектәрен белә.Ғүмерендә иң ҙур табышы 4 кило ауырлығындағы суртан була.Сәлихйән Исламов иртән дә, төштән һуң да балыҡ тоторға йөрөй. Күп осраҡта тормош иптәше Хәкимә ханым менән бергә йөрөйҙәр.
Сараға килгән балыҡсылар күл өҫтөнә урынлашыу менән,беренсе алабуғалар Әхәт Мәҡсүтовтың ҡармағына ҡапты.Оҫта балыҡсы шулай уҡ күл буйына туҙан төшөрмәй.Эргә тирәләге йылға,күлдәрҙә ниндәй балыҡтар барлығын яҡшы белә. Бер килгәндә 30 ‐ға яҡын мәке уя.
Бик күңелле һәм мауыҡтырғыс байрамда балыҡсылар түҙемлелектә, таҫыллыҡта һәм өлгөрлөктә көс һынашты. Иң беренсе булып, иң күп һәм иң эре балыҡ тотоусылар билдәләнде. сараны ойоштороусылар иһә байрамда ҡатнашыусыларҙы яр буйында балыҡ ашы менән һыйланы.
Раушания Рәхимова.