Тантаналы сарала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡатнашты. Үҙәк баш ҡаланың 32-се поликлиникаһы нигеҙендә эшләй. Унда компьютер томографияһы һәм УЗИ кабинеттары булдырылған. Поликлиникала 15 урынлыҡ көндөҙгө стационар бар, пациенттар химиотерапия һәм гармональ дауаланыу ала. Республикала 8 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге иҫәпләнә. Бөгөн ошондай уҡ үҙәк Салауат ҡалаһында ла файҙаланыуға тапшырылды.