Был ауырыуҙан вафат булыусылар һәм зәғиф ҡалыусылар күп. Уртаса алғанда, йыл һайын рактан 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. “Яман шеште иҫкәртеү өсөн йыл һайын тикшерелеү үтергә, ауырыуҙы ваҡытында дауаларға кәрәк”, ти республика онкология табибы Замир Абдуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн бөтә донъяла яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Әйткәндәй, илдә пациенттарҙа онкология сирен асыҡлаған табиптарға аҡса түләнә. Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә өҫтәмә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Ошо туралағы күрһәтмәгә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.