Был осорға илдә эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы көтөлә. Ошоға бәйле, бөгөн кампанияны көҙгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип белдерәләр Рәсәй статистика хеҙмәте. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙған йыл октябрь айында үтергә тейеш ине, ил хөкүмәте уны апрелгә күсерҙе.