Башҡортостандың туристик проекттары “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары

Саранскиҙа конкурс еңеүселәрен билдәләү тантанаһы үтте. “Иң яҡшы мажаралы маршрут” номинацияһында Республика Туризмды үҫтереү үҙәге ойошмаһы, “Иң яҡшы туристик маршрут идеяһы” номинацияһында “Көньяҡ Урал буйлап веломаршруттар селтәре” проекты Гран-При яуланы. Бынан тыш, тағы 8 номинацияла республика вәкилдәре призлы урынға лайыҡ булды. Конкурсҡа бөтәһе 450 проект ебәрелде, 202-һе финалға сыҡты. Башҡортостандан финалда 19 проект ҡатнашты.