Мәскәү өлкәһе “Башҡортостан продукты” менән ҡыҙыҡһына

Республикаға тәжрибә өйрәнеү маҡсатында өлкәнең ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Сергей Воскресенский етәкләгән делегация килде. Ҡунаҡтар проект менән яҡындан танышырға теләй. Әлеге көндә “Башҡортостан продукты” тамғаһын алыу хоҡуғы 500-ҙҙән ашыу предприятиеға бирелгән.  Уларҙа  17 мең төр продукт етештерелә.