Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырыуға табан бара

Шуға бәйле  медицина учреждениеларында асылған ковид госпиталдәр ябыла. 1-се февралдән Өфөнөң 10-сы клиник дауаханаһы ғәҙәти эшен башланы. Үткән йылдың октябренән ул коронавирус менән сирләүселәрҙе ҡабул итте. Офтальмология, реабилитация, неврология һәм терапия бүлектәре табиптары квалификацияларын яңыртып тажлы сир менән көрәште. Офтальмология бүлеге етәксеһе Айҙар Йәмлихановҡа айҙан ашыу табип инфекционист булып эшләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә  164  кешелә коронавирус асыҡланған.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 472 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 343-е  дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 158 пациент һауыҡҡан, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып   сирҙе  йоҡтороусылар һаны  25 меңдән артты.