Яҙыусы Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан быйыл төрлө саралар ойошторола

Өфөлә тыуып үҫкән күренекле яҙыусы, журналист Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан быйыл төрлө саралар ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сергей Довлатовтың ижадын популярлаштырыу өсөн Мәҙәниәт министрлығына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә 2021 йылға мәҙәни-белем биреү сараларын план әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Бойороҡҡа ярашлы, Сергей Довлатовтың “Кәсеп” повесы башҡорт теленә тәржемә ителә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе китапханаларҙа яңы яҙыша башлаған яҙыусылар араһында республика конкурсы һәм Довлатовҡа арналған күргәҙмә ойоштора.“Родина” кинотеатрында Сергей Довлатовтың ижадына бағышланған нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтелә. Мәғариф һәм фән министрлығы дөйөм һәм профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусылары өсөн акциялар үткәрә.Ҡала Советы Өфө урамдарының береһенә Сергей Довлатовтың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.