Ярыштар иртәгә башлана һәм ике көн бара. Унда 16-21 йәшлек спортсылар ҡатнаша. Беренселектең тәүге көнөндә Ғабдрахман Ҡадыров мемориалы призерҙары бүләкләнә. Быйыл легендар спортсының тыуыуына 80 йыл тулды. Рәсәй беренселеге һөҙөмтәләре буйынса бер спортсыға Европа чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.