Рәсәйҙә ауырлы ҡатындарға 20-шәр мең һум түләргә тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһы депутаттары ошондай закон проекты әҙерләй. Уның авторҙары махсус сертификаттар бирергә тәҡдим итә, аҡса бер йыл ярым эсендә  ай һайын түләнәсәк. Был проект буласаҡ әсәнең матди хәлен яҡшырта, шулай уҡ уҡ демографияға ыңғай йоғонто яһарға тейеш тигән фекерҙә  проектты әҙерләүселәр. Документ яҙғы сессияла ҡарала.