Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған көнө. Әҙиптең тыуған яғы - Дүртөйлө районында уны иҫкә алыу саралары үтә. Миңеште ауылында Назар Нәжмиҙең ике ҡатлы йорт-музейы бар. Унан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Уҡытыусы Зилә Сабирова әйтеүенсә, Миңеште ауылындағы һәр урын Назар Нәжми эҙҙәрен һаҡлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДүртөйлөлә Назар Нәжми исемендәге район премияһы булдырылған. Ошондай бүләккә эйә булған замандаштарыбыҙҙың береһе - шағирә, журналист Фәниә Ғәбиҙуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә Назар Нәжмигә һәйкәл урынлаштырыу планлаштырыла. Әле уның проектына конкурс иғлан ителгән.