Бөгөн республикалағы килемде арттырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ошондай сумма аталды. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, инвестиция йәлеп итеү – төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Һөҙөмтәлә республикала тормош сифаты яҡшыра, яңы эш урындары булдырыла, сәнәғәт өлкәһе үҫешә һәм төбәк ҡаҙнаһына килгән һалым арта. Инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы һәм льготалар ҡаралған. Мәҫәлән, 2011 йылдан уларҙың дөйөм күләме 20 миллиард һумдан ашҡан. Әле республикала 230 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Уларға йүнәлтелгән инвестиция күләме 840 миллиард һумға баһалана. 35 мең самаһы яңы эш урыны асылыуы көтөлә.