Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында төҙөкләндерелгән юл үткәргестең нигеҙе һәм тороҡтары төҙөлөүгә бәйле, төндә Өфөгә инеү һәм сығыу йүнәлешендә транспорт хәрәкәте ябыла.
Сикләү бөгөн ярты төндән иртәнге алтыға, ә 7 февралдән 28-нә тиклем тиклемге арауыҡта төнгө 12-нән таңғы 5-кә тиклем сикләнә. Ябылған участканы ҡалаға ингәндә Соси урамына күтәрелгән һәм унан Салауат Юлаев проспектына төшкән урындан урап үтергә мөмкин. Ҡаланан сыҡҡанда Зәки Вәлиди урамы аша Ағиҙел күперенә төшкән ерҙән урап үтергә була.
Гөлдәриә Йосопова.