Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 25 073-кә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уҙған тәүлектә исемлекте тағы ла 164 кеше тулыландырған. Бөгөн стационарҙарҙа 343 кеше дауалана. Улар араһынан ауыр хәлдәге 47 кешенең 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

 5 472 кеше йорт шарттарында дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 158 кеше һауығып сыҡҡан, пандемия башланған осорҙан һауығыусылар  19 062 кеше тәшкил итә. Яңы инфекциянан һәләк булыусылар 196 кеше – уҙған тәүлектә Ковид-19 вирусынан бер кешенең ғүмере өҙөлгән. 

Гөлдәриә Йосопова.