«Башртс» компанияһы йылылыҡ сығымдарын ҡайтанан ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Квитанциялар 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ энергияһын ноябрҙәгенән 42 процентҡа һәм күберәк ҡулланған күп фатирлы йорттарҙа яңынан иҫәпләнә.

Ҡайтанан иҫәпләү мөрәжәғәт нигеҙендә башҡарыла. Был йорттарҙағы йылылыҡ энергияһын дөйөм иҫәпләү ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереү, йорттарҙағы торлаҡ һәм торлаҡ булмаған майҙандар тураһындағы мәғлүмәтте барлау һөҙөмтәләренә бәйле. Йылылыҡ сығымдарын ҡайтанан иҫәпләү ғаризаға нигеҙләнеп, БАШРТС алдындағы бурысты тулы кимәлдә ҡаплау шартында башҡарыла.

Мөрәжәғәт өсөн бланктарҙы компанияның рәсми сайтынан йөкләргә мөмкин. Тултырылған ғаризаның күсермәһен клиенттың шәхси кабинеты аша «Виртуаль ҡабул итеү бүлмәһенә», рәсми электрон почтаға (bashrtskp@bgkrb.ru), 8-987-100-58-11 һандары буйынса уотсапп ҡушымтаһына, Вконтакте йәки Фейсбук селтәрендәге рәсми төркөмдәргә, йә булмаһа эргәләге клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә ҡалдырырға мөмкин. Консультация өсөн күп каналлы телефон һандары 8-800-511-30-15. Шылтыратыу дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Сығымдарҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем дауам итә.