Өфөнөң Софья Перовская урамында йәшәүселәрҙе коммуналь квитанцияларҙа сит ғаиләләр өсөн килгән түләүҙәр хафаға һалған. Фатир хужалары тағы ла бер адрес өсөн квитанцияларҙы бер нисә йыл рәттән алған. Артабан киләһе яҙмала.
Дүрт тиҫтә йыл Софья Перовская урамындағы 13-сө йортта йәшәүсе күршеләр баш бәләһенә әйләнгән мәсьәләне хәл итергә тырыша. Ошо уҡ адрес буйынса күрше урамда ла йорт урынлашҡан. Рәйхана Ҡәнзәфәроваға коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар ике адрес буйынса килә башлай. Йәнәһе, Хәджиевтар ғаиләһе лә уның фатирында теркәлгән тип иҫәпләнә.
Бер адрес аҫтында ике йорт теркәлһә лә, квитанциялағы һандар бер-береһен ҡабатламай. Ут, һыу, яғыулыҡ хеҙмәттәре лә зыян күргән хужаларҙан ике адрес өсөн аҡса түләтмәй. Әммә хаҡлы ялдағы күршеләр, был түләүҙәр йыйылып аҙаҡтан ҙур бурыс булараҡ килеп сығыр тип борсола.
Зыян күреүселәр кеүек Софья Перовская урамы, 13-сө йорт тип яҙылған икенсе йортта йәшәүселәр был сәйер хәл тураһында хәбәрҙар. Әммә уларға килгән квитанцияларҙа өҫтәмә түләүҙәр һоралмай.
Зыян күреүселәр өҫтәмә квитанциялар менән бәйле хәлде асыҡлау өсөн төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Коммуналь хеҙмәттәр идаралығы мәсьәләне хәл итеү юлдарын тәҡдим итмәһә, ҡала хакимиәтендә был осраҡ буйынса тикшереү башланды.
Флорида Ким.