Был әйтем Өфө районында йәшәүселәрҙең хәлен яҡшы тасуирлай. Лебяжий ауылы халҡы урындағы күлде таҙартып, биләмәне матурларға була. Бының өсөн теләк тә, мөмкинлектәр ҙә бар, әммә тәбиғәткә ярҙам итеү рөхсәт ҡағыҙы юллауҙа туҡтап ҡала. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Хакимиәт вәкилдәре менән халыҡ араһындағы мөрәжәғәт- хаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Лебяжий ауылында йәшәүселәр Аҡҡошлокүлде таҙартыу, биләмәне төҙөкләндереү теләге менән яна. Пандемия осоро башланыу менән инициатив төркөм ҡороған ағастарҙы ҡырҡа, кипкән үләндәрҙе сығара. Йәмләнгән Аҡҡошлокүл былтыр ысын мәғәнәһендә аҡҡошло була. Ун ике йыл эсендә тәүге тапҡыр ҡоштар ҡуна.
Урындағы халыҡ был күренеште күреп тағы ла дәртләнә. Улар «Реаль эштәр» программаһында ҡатнашып, күл биләмәһен төҙөкләндереүгә грант ота. Ауылда мәҙәниәт йорто юҡ, күл беҙҙең берҙән-бер күренекле урын, ти инициатив төркөм етәксеһе. Ҡышҡыһын балалар ғына түгел, ололар ҙа конькиҙа шыуырға килә. Яңы йыл байрамдары ла тап ошонда уҙғарыла. Йәйгеһен иһә ҡояшта ҡыҙынырға, ял итергә халыҡ күпләп йыйыла.
Аҡҡошлокүл Өфө янындағы ҙур булмаған күлдәрҙең береһе. Биләмәнең майҙаны 3 гектарҙан ашыу. Күлдең тәрәнлеге 12 метрға тиклем еткән осор ҙа була. Хәҙер һыу ятҡылығы күпкә һайыраҡ.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Аҡҡошлокүл күл стаусына эйә. Тимәк, Рәсәйҙең Һыу кодесына ярашлы, ятҡылыҡты таҙартыу һәм һаҡлауҙы дәүләт тормошҡа ашырырға тейеш. Әммә был осраҡта киреһенсә. Ауыл халҡы дөйөм көс менән күлде тәртипкә килтерергә риза. Яуаплы ведомство ғына уны ләмдән таҙартыу өсөн экспертиза үткәрергә кәрәк тип иҫәпләй. Ә уның хаҡы кәмендә миллион һумдан ашыу, тип белдерә инициатив төркөм вәкилдәре.
Ауылда йәшәүселәр әйтеүенсә, яратҡан ял итеү урынына әйләнгән күл биләмәһен әле үк кипкән ағастарҙан, сүп-сарған таҙарта башлау кәрәк. Юғиһә, яҙғы ташҡын һәм йәйгеһен эштәрҙе алып барыу ауырға төшәсәк.1
Мөрәжәғәт итеүселәрҙең проблемаларын ентекле өйрәнеү һәм эшкәртеү өсөн тармаҡ ведомствоһы Башҡортостандың Фән академияһына мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта Аҡҡошлокүл фәнни-ғәмәли эштәр башҡарыу исемлегенә индерелә. Һыу ятҡылығын таҙартыу комплекслы эҙләнеү эштәре башҡарылғандан һуң ғына мөмкин буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова.