Һуңғы тәүлектәрҙә күҙәтелгән йылы һауа торошонан һуң, температура йәнә түбәнәйә. Синоптиктар юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы тураһында иҫкәртә. Быға бәйле, авариялар артыуы фаразлана.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа дистанция һаҡларға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итә. Синоптиктар биргән мәғлүмәт буйынса, 7 февралгә ҡарай 19 , 8 февралдә 25, ә аяҙайтҡанда 30 градусҡаса һыуытыр тип көтөлә.