Әле ҡаланың 2-се микрорайонында сафҡа индереләсәк объекттың проекты әҙерләнә, ижади коллективтар визит картаһы өҫтөндә эшләй.
Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайы һуңғы көндәрҙә дәртле бейеүҙәрҙән яңғырап тора. Урындағы «Ҡояшҡай» өлгөлө балалар хореография ансамбле төбәк исеменән конкурсҡа бейеү номеры әҙерләй. Хужалар әйтеүенсә, былтыр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына рус халҡының мәҙәни хазиналарын сағылдырған ижад емеше тәҡдим ителгән.
Быйыл улар башҡорт бейеүендә туҡталған. Сөнки Благовещенда төрлө милләт халыҡтары дуҫ, татыу көн итә. Бынан тыш йәш рәссамдар программа сиктәрендә тыуған төйәгенең матурлығына, иҫтәлекле урындарына арналған күргәҙмә әҙерләгән.
Благовещендар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында былтыр ҙа ҡатнашҡан. Уның сиктәрендә ҡаланың 2-се биҫтәһендә балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡҡан. Хужалар әйтеүенсә, күп ҡатлы йорттар урынлашҡан был зона ошоға тиклем иғтибарҙан ситтә ҡалған. Ә был программа биҫтәгә яңы һулыш өргән.
Рәмзиә Кәримова.