40-тан ашыу башҡорт ырыуы араһында исеме ҡыҙыҡ ҡына яңғырашлы ырыу бар

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Ул да булһа “балыҡсы” ырыуы. Тәү ҡарашҡа аңлашылып та бөтмәй кеүек. Кемдәр улар, биләмәләре ҡайҙа? Һорауға яуапты балыҡсы ырыуы башҡорттарының йыйынынан әҙерләнгән яҙмала табырға мөмкин.

Балыҡсы ырыуы башҡорттары ярайһы уҡ тығыҙ  биләмәләрҙә йәшәгән халыҡ. Уларҙың төп йәшәгән ерҙәре хәҙерге Асҡын районына тура килә. Бында 14 ауыл иҫәпләнә улар. Боронғо йоланы тотоп, йыйын ҡунаҡтарын олпат ир-уҙамандары, аҡһаҡалдар ҡаршы алды унда.

Йыйында тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы вәкилдәре, Республика халыҡ ижады Үҙәге эксперттары ҡатнашты. Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова асҡындарҙың рухиәтте һаҡлауҙағы эшен юғары баһаланы һәм ҡоролтай иғлан иткән яңы проектарҙың барыһында ла әүҙем булырға өндәне.

Шайморатовсыларҙың тулыландырылған исемлеге менән китап сығасаҡ. Унда асҡындарҙың да исемдәре буласаҡ. Һеҙҙән килгән мәғлүмәт ул китапҡа инде. Тағы ла, яңы, быйылғы проект “Төньяҡ Амурҙарының нәҫелдәре” тигән проект.

Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе

Балыҡсы ырыуы башҡорттарының һөйләше, төнъяҡ-көнбайыш диалекты булараҡ, уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып башҡорт әҙәби теле сиктәренән хаҡһыҙ рәүештә төшөрөп ҡалдырылған. Башҡорт тел белгестәре, диалектологтары, бөтә йәмәғәт алдында бөгөнгө бурыс- төньяҡ-көнбайыш диалектын таныу, уны инҡар итмәү.

Бында телде юғалтыу, телде онотоу, телде боҙоу тураһында һүҙ бармай. Һәм барырға мөмкин дә түгел. Ошо төбәк халҡының теле, һеҙҙең телегеҙ – ул саф башҡортса. Ул үҙгәрмәгән, ул боронғо һыҙаттарын һаҡлаған саф башҡорт теле булып тора. Һәм беҙ уны ошо рәүештә, ошо хәлдә, ошо ҡиәфәттә беҙ уны ҡәҙерләй белергә, һаҡлай белергә, унан оялмаҫҡа кәрәк.

Искәндәр Сәйетбатталов, филология фәндәре кандидаты

Мин үҙемнең башҡорт булыуым менән ғорурланам. И шулай булырға ла тейеш алдағы көндәрҙә лә. Балаларыбыҙ ҙа башҡорт икәнлектәрен белеп үсәләр. Без уҡығанда инде мәктәптә татар телен, Ғабдулла Туҡайны уҡып үстек. Но, мәктәптә татарса уҡыныҡ, үҙебеҙсә сүләштек. Мин бер ваҡытта ла “чәй” тимәнем, “сәй” тинем. Беҙҙең үзебеззең телебез, үзебеззең диалект.

Шәрифйән Закиров, Ҡубыяҙ ауылында йәшәүсе

Йыйында Балыҡсы ырыуы Советы ойошторолдо, уға һәр ауылдан берәр делегат ағза итеп барлығы 13 кеше, совет рәйесе итеп бер тауыштан Ҡашҡа ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Наил Хәйруллин һайланды. Ул тарихты боҙоп күрһәтеү юлдарын иҫкәртеү осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында Республика тыуған яҡты өйрәнеүселәре сьезын ойоштороу, Солтанбәк ауылы уҙаманы, хоҡуҡ белгесе Венир Сәмиғуллин Балыҡсы ырыуы фондын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Йыйында  ырыу гербы һәм гимны раҫланды.

Рәшиҙә Ишембәтова.