Батырҙар төбәгендә мәртәбәле ярыш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ауырғазы районында 2007-2008 йылғы уҡыусылар араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Көндөң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, республиканың өс тиҫтәгә яҡын ҡала һәм районы ярышҡа үҙ вәкилдәрен ебәргән.

Пандемия менән бәйле төбәктәрҙә оҙайлы ваҡыт бер ниндәй бәйге лә ойошторолманы. Былтыр һабантуйҙар ҙа үткәрелмәгәс, көрәшкә булған иғтибар бер аҙ һүрелеп торғандай тойолдо. Әммә бил билмәҫ батырҙар күнекмәләрен туҡтатмаған. Был Талбазы ауылында уҙған республика беренселегендә асыҡ күренде.

Һәр ауырлыҡ үлсәмендә лә алыштар ҡыҙыу барҙы. Еңеүселәргә Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Милли көрәш буйынса сираттағы ярыштар киләһе аҙналарҙа Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында уҙасаҡ. 

Илдар Байбулатов.